Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

8 мартта ҡаһармандарса һәләк булған

Миәкә районындағы Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылының ҡыйыу йөрәкле яугире, Советтар Союзы Геройы Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин тураһында бала саҡтан уҡып, белеп, ғорурланып үҫтек. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ул командирҙар араһынан беренсе булып Александр Матросовтың батырлығын ҡабатлай. Тормош биографияһы ла үҙенсәлекле – яҡты донъянан ул үҙенең тыуған көнөндә китеп бара. 1921 йылдың 8 мартында тыуған герой 1944 йылда Херсон өлкәһенең Дудчаны ауылын азат иткәндә батырҙарса һәләк була. Яҡташтары геройҙың ҡаһарманлығын онотмай. 1965 йылда уҡ ауыл мәктәбендә уҡытыусылар, уҡыусыларҙың тырышлығы менән Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың музейы булдырыла. Ә 2010 йылдан ул ауыл мәҙәниәт йортонда урынлаштырыла. Музей етәксеһе Миңлегөл Әбдрәхимова әйтеүенсә, геройҙың шәхси әйберҙәренән гармуны, үҙ ҡулдары менән эшләгән фоторамы, мәктәптә белем алған партаһы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, ҡайһы бер документтары һаҡлана. Музейҙы күрергә Миәкә районынан ғына түгел, башҡа тарафтарҙан да килеүселәр байтаҡ. Бында йылына өс меңдән ашыу кеше экскурсияла була. Шулай уҡ музейҙа күргәҙмә, этнография залдары булдырылған. Бөйөк Ватан һуғышында, Афғанстанда, Чечняла хеҙмәт иткән башҡа ауылдаштар тураһында ла мәғлүмәттәр һаҡлана. Мәҙәниәт йорто алдында Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың бюсы ла ҡуйылған. Йәш быуын ҡатнашлығында төрлө патриотик саралар унда йыш үткәрелә. Был аҙнала ла Советтар Союзы Геройының батырлығына 80 йыл тулыуға арнап, районда хәтер кисәһе ойошторола. Ауылдаштар ҡурҡыу белмәҫ яҡташтарын онотмай. Йылдар уҙһа ла, уларҙың даны быуындан-быуынға күсә, йәш быуын уларҙан өлгө алып, рухлы, илһөйәр булып үҫә. фото: музей архивынан.