Найти тему
Башҡортостан гәзите

Конкурста ҡатнашығыҙ!

2024 йылдың 5 мартында РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Волга буйы федераль округының Граждандар йәмғиәте институтын үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды советы ултырышын үткәрҙе. Сарала фондтың партнерҙары – йәмәғәт проекттарын тормошҡа ашырырға ярҙам иткән округ биләмәһендәге Рәсәй Федерацияһы субъекттарының эре предприятиелары вәкилдәре ҡатнашты. “Бөгөн йәмғиәтте туплау шарттарында йәш кешеләр менән эшләү мөһим үҫеш йүнәлеше булып тора”, – тине Игорь Комаров. Тулы хоҡуҡлы вәкил һүҙҙәренсә, Волга буйы федераль округында дәүләт йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәле ҡоралы – округ йәмәғәт проекттары булдырылған. Уларҙың маҡсаты – балалар һәм йәштәргә үҙ һәләттәрен күрһәтеү өсөн мөмкинлектәр биреү. 2024 йылда Волга буйы федераль округының йәмәғәт проекттарында яңы эш йүнәлештәре барлыҡҡа киләсәк. Мәҫәлән, хоккей, шулай уҡ следж-хоккей буйынса ярыштар артабан да үҫешәсәк. Турнирҙарҙа округ төбәктәрендәге һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа ҡатнаша аласаҡ. Башҡортостанда социаль әһәмиәтле проекттарға Республика Башлығы гранттары фонды булышлыҡ итә. Конкурс нигеҙендә граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереүҙә ҡатнашҡан коммерцияға ҡарамаған хөкүмәт ойошмалары үҙҙәренең проекттарын тәҡдим итә. 2023 йылда фонд бөтәһе биш конкурс үткәргән. Быйыл 1 мартта башланған конкурсҡа ғаризалар 1 апрелгә 17:00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә. Ойошмалар үҙ проектын Башҡортостан биләмәһендә түбәндәге йүнәлештәрҙең береһе буйынса тәҡдим итә ала: мәҙәниәт һәм сәнғәт, кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлау, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм башҡалар. Бер проект өс миллион һумға тиклем дәғүә итә ала, ә конкурстың дөйөм бюджеты 155,3 миллион һум тәшкил итә. Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт грантыглавы102.рф сайтында бирелгән. Фото: