Өфөнөң "ЭКОТАЙМ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Башҡортостан Республикаһында "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектының 166-сы ҡатнашыусыһы булды. Предприятие йылытыу, һыу менән тәьмин итеү системаларын эшләп сығарыуҙа, шулай уҡ башҡа инженерлыҡ эштәрендә махсуслаша. Республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов һөйләүенсә, төбәк Хөкүмәте һәм БР Төбәк компетенциялар үҙәге (РЦК) менән тейешле килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. Предприятиеға милли проектты тормошҡа ашырыуҙа Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары ярҙам күрһәтәсәк. Улар хеҙмәткәрҙәрҙе һаҡсыл етештереү ҡорамалдарына өйрәтә, алдынғы етештереү системаһына эйә булған модель предприятиеға визит ойоштора, өлгөлө продукция ағымын булдыра һәм белемде артабан таратыу өсөн эске тренерҙар әҙерләй. "ЭКОТАЙМ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Олег Федоров һүҙҙәренсә, компания өсөн милли проектта ҡатнашыу - ыңғай тәжрибә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проектта түбәндәге сеймал
Йылытыу системалары етештереүсе милли проектҡа ҡушылды
6 марта 20246 мар 2024
1 мин