Найти тему
Башҡортостан гәзите

Аварияла тотош ғаилә һәләк булған

Ҡот осҡос фажиғә Салауат районы сигендә теркәлгән. Хәүефле боролошта "Хёндай Санта Фе" автомобиленең 20 йәшлек водителе ҡаршы һыҙатҡа сығып, ВАЗ 2112 менән бәрелешкән. Бәрелешеү шул тиклем ҡаты булған: ВАЗ автомобилендә ултырған тотош ғаилә ваҡиға урынында уҡ һәләк булған. 42 йәшлек ир, уның ҡатыны, ете йәшлек ҡыҙҙары һәм өс айлыҡ улдарының (Ғайсин Рудольф, Ольга, Ләйсән, Роберт) ғүмерҙәре бер нисә минут эсендә өҙөлгән. Дүрт йәшлек улдары ғына мөғжизә менән иҫән ҡалған, ләкин уның хәле бик ауыр, тип хәбәр итә "Салауат ерендә" гәзите.Аварияла ғәйепле егет иҫән-һау. Фото: "Салауат ерендә" гәзите.