Гөлнара Мөхәммәт ҡыҙы Фәйзуллина Дәүләкән районындағы данлы Асылыкүлдән дүрт-биш саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан Ҡоръятмаҫ ауылынан. Ул – мәктәп директорының тәрбиәүи эштәр буйынса кәңәшсеһе, информатика, математика уҡытыусыһы. Ике ул әсәһе, ике ейәнгә өләсәй. Районда үткәрелгән төрлө сараларҙа, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша. "Умырзая" түңәрәгенең әүҙем ағзаһы. Бала сағында Гөлнара Мөхәммәт ҡыҙы хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләргә теләгән, тик Дәүләкәндәге интернатта белем алғанда уҡытыусылар мөғәллим һөнәрен һайларға кәңәш итәләр. Һөҙөмтәлә ул Башҡорт дәүләт педагогия институтының математика факультетына уҡырға инә. - Һөнәремде яратмаһам, 33 йыл эшләй алмаҫ инем. Ошо дәүерҙә уҡытыусы, мәктәп директоры урынбаҫары булып эшләнем. Әле – директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе, математика һәм информатика буйынса ла дәрестәр алып барам, – ти уңған ҡатын. Гөлнара Мөхәммәт ҡыҙының ире һәм улдары уңышлы ғына эшләп йөрөй. Балалары үҙҙәре ғаиләле инде. Ул, ауылда йәшәгән күп ҡатындар кеүек, ҡош-ҡорт тото