Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Азамат Сәйфуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә үҙенсәлекле яҙма менән уртаҡлашты. Унда һүҙ Күмертау ҡалаһындағы “Транспорт базаһы” предприятиеһы водителе Нәфисә Сәфәрова тураһында бара. Нәфисә машинаның да ниндәйен – “МАЗ” йөк автомобилен эйәрләгән! “Яңы Мораптал ауылынан Нәфисә Сәфәрова ярты йыл Күмертау ҡалаһындағы “Транспорт базаһы” муниципаль унитар предприятиеһында водитель булып эшләй. Техникаға һөйөүе бәләкәй сағында уҡ барлыҡҡа килгән. Ул Киров исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативында электрик булып эшләгән атаһына электр двигателдәрен, насостарҙы һүтеп ҡороуҙа ярҙамлашҡан, шулай уҡ мотоцикл ремонтлаған. Мәктәптән һуң Нәфисә бухгалтер һөнәренә уҡый, шулай уҡ В һәм С категорияларына водитель таныҡлығы ала. Ҡыйыу, етеҙ ҡыҙ Стәрлетамаҡта үҙ бизнесын асып, бухгалтер хеҙмәттәре күрһәтә, шул уҡ ваҡытта тарттырып ҡуйылған түшәмдәр буйынса махсуслашҡан бригадала ла эшләп өлгөрә. Такси водителе булараҡ эшләүгә лә ваҡыт таба. Был мәшәҡәттәр Нәфисәнең хыялын – ҙур йөк машинаһын йөрөтөү теләген һүндермәй. Нәфисә Рәил ҡыҙы тыуған яғына ҡайтып, халыҡ мәшғүллеге үҙәге аша Күмертау ҡалаһындағы “Транспорт базаһы” предприятиеһына водитель булып эшкә урынлаша. “МАЗ” менән идара итеү уға ауыр түгел, машинаның ҡоролошон бик яҡшы белә. Кәрәк саҡта коллегалары ярҙамға килә. Нәфисә хыялын тормошҡа ашырған. Әле ул яңы пландар һәм маҡсаттар менән яна. Был эшһөйәр һәм ҡыйыу ҡыҙға уңыштар һәм бәхет теләйем!” – тип яҙҙы район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Азамат Сәйфуллин. Сығанаҡ һәм фото: vk.com/azamat.saifullin1970