Найти в Дзене
Башкортостан 24

Бәләкәс принцессалар балы

   Бәләкәс принцессалар балы
Бәләкәс принцессалар балы

Бәләкәс принцессалар балы

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ҡатмарлы тормош хәлен кисергән ғаиләлә тәрбиәләнеүсе, атайҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙ балалар бишенсе тапҡыр үткәрелгән яҙ байрамына йыйылды. Улар менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты.Толомдарҙы бөҙрәләтергә, сикәләрҙе алларға һәм мотлаҡ — һәр принцесса гардеорбының төп әйбере – тажды кейергә. Башҡортостан принцессалары балға әҙер.Музыка, принцтар, вальс... 270-ләп батша ҡыҙҙарының күңелен асырға тип, хатта, королдәр ҙә йүгереп кенә йөрөнө. Төбәк башлығы Радий Фәрит улы ла тормош иптәше Каринэ Хәбирова менән бәләкәстәрҙе тәбрикләргә ашыҡты.Опера һәм балет театры артистары ҡәҙерле ҡунаҡтары өсөн “Тылсымлы орлоҡ” спектаклен уйнаған арала, төбәк башлығы сараны ойоштороуҙа йыл да әүҙем ҡатнашҡан меценаттар менән осрашты.Бәләкәй принцессалар балы - Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылына арнап үткәрелгән сараларҙың береһе генә. Улар йыл дауамында төрлө йүнәлеш буйынса бөтә республикала әүҙем барасаҡ, тип уртаҡлашты Радий Хәбиров.Балға килгән һәр принцессаны төрлө бүләктәр көттө. Йыраҡ араларҙан килгән ғаиләләрҙе бер көн алдан ҡаршы алды ойоштороусылар. Улар менән табиптар, психологтар осрашты, ҡыҙҙар оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, вальс хәрәкәттәрен өйрәнде.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и Telegram-канал Вести Башкортостан, и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».