Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмаларының эш биреүселәр союзы республика ҡалаларының береһендә үтә торған сираттағы кәңәшмәгә әҙерләнә. Ҡағиҙә булараҡ, төҙөкләндерелгән объекттарҙы барып күреү эш программаһының мотлаҡ пункттарының береһе булып тора. Мәҫәлән, ошондай осрашыу Нефтекама һәм Ағиҙел ҡалаларында үтте. Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Бөрө, Яңауыл һәм Ағиҙел ҡалаларындағы идарасы компанияларҙың етәкселәре ҡатнаша. Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы Светлана Фәйзуллина Нефтекама ҡалаһында тыуған һәм шунда йәшәй. Ул хеҙмәттәштәре өсөн ҡала буйлап экскурсия ойошторҙо. Нефтекамала беренсе ҡаралған объекттар - Рәсәй Федерацияһы Президенты В. В. Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының (национальный проект "Жилье и городская среда") "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" программаһына ярашлы тормошҡа ашырылғандары. Был Яҡты күленең яр буйы, Юбилей проспекты буйлап Ленин урамынан Социалистик урамға тиклемге аллея, Башҡортостандағы беренсе памп-трек - махсус велосипед юлы. "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы, ҡала халҡы йәмәғәт майҙанын – "Сәләмәтлек һуҡмағы" аллеяһын барлыҡҡа килтереүҙе һайлағайны. Күсмә кәңәшмәлә ҡатнашыусылар унда ла булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15-17 мартта бөтә Рәсәйҙә йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса тауыш биреү барышында республика халҡы 2025 йылда төҙөкләндерелергә тейешле йәмәғәт биләмәләрен һайлай ала. Мәғлүмәт, фото: house.bashkortostan.ru/presscenter/news/609358/
Идарасы компания етәкселәре яңыртылған объекттарҙа булды
6 марта 20246 мар 2024
1 мин