Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла сарала булдылар

Тәтешле районының Яңы Тәтешле ауылы мәктәбе ҡарамағындағы "Үҫеш нөктәһе" тәбиғи-ғилми һәм технологик йүнәлешле белем биреү үҙәге уҡытыусылары V "Уңыш формулаһы" республика полилингваль фестивалендә ҡатнашты. Сара Учалы ҡалаһының 9-сы полилингваль күп профилле мәктәбендә үтте. Ул "Мәғариф" милли проекты маҡсаттарына ярашлы ойошторолдо. "Уңыш формулаһы" республика полилингваль фестивале уҡытыусылар араһында тәжрибә уртаҡлашыу һәм полилингваль мәктәптәр уҡытыусыларына методик ярҙам күрһәтеү өсөн уҙғарыла. Сараны тантаналы асыуҙан һуң ҡунаҡтар өсөн мәктәп буйлап экскурсия ойошторолдо. Фестивалдә ҡатнашыусылар асыҡ дәрестәрҙә, оҫталыҡ дәрестәрендә һәм дәрестән тыш эшмәкәрлек буйынса дәрестәрҙә булды, улар рус, инглиз, башҡорт телдәрендә уҙҙы. Шулай уҡ күргәҙмә ойошторолдо, унда уҡыусыларҙың ижади һәм тикшеренеү эштәре тәҡдим ителде. Артабан ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар мәктәптең йыйылыштар залында пленар ултырышҡа йыйылды, унда полилингваль белем биреүҙең көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелде. "Беҙ Учалы ҡалаһынан коллегаларыбыҙға бик ҡыҙыҡлы һәм файҙалы тәжрибә өсөн рәхмәт әйтәбеҙ һәм уларға артабан да уңыштар һәм яңы педагогик асыштар теләйбеҙ", – тип билдәләне Яңы Тәтешле ауылы мәктәбе директоры Дмитрий Афризонов. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Тәтешле районы хакимиәте.