Аллаһтан башҡа берәй ниндәй затҡа ҡорбан салып (яҡынлашырға) йүнәлтергә яраймы?
Яуап Был тыйылған ғәмәл
Быға дәлил Аллаһ әйтә: فَصَلِّ لِرَبِّكَ وَانْحَرْ "Раббың ризалығы өсөн генә намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал" (Әл-Кәүҫәр сүрәһе, 2-се аят).
'Әли رضي الله عنه аша еткерҙе: Пәйғәмбәр Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم әйтте: لَعَنَ الله مَنْ ذَبَحَ لِغَيْرِ الله "Аллаһү Тәғәлә Үҙенән башҡа кемгә лә булһа йүнәлтеп ҡорбан салған кешене Ләғнәтләне". (Сахих Муслим, 1978).
Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың КәнзүлАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Әл-Бәшҡурди. #балаларға https://t.me/kanzulatfalbashkortsa