Найти тему

Оло гонаһтарҙың иң ауыры ҡайһы?

Оло гонаһтарҙың иң ауыры ҡайһы?

Яуап Ширк, ата-әсәйгә итәғәт итмәү һәм ялған ант әйтеү

Быға дәлил Әбү Бәкратә Нүфәйг ибнүл Хәриҫ رضي الله عنه еткерҙе: "Пәйғәмбәр Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم өс тапҡыр ошо һорауын ҡабатланы: -Хәбәр итәйемме һеҙгә гонаһтарҙың ҡайһыныһы иң ауыры икәнен?. Кешеләр әйттеләр: -Әлбиттә, Йә Рәсүлә Аллаһи! Пәйғәмбәребеҙ Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم таянып ултырған килеш әйтте: -Ширк һәм ата-әсәйегеҙгә итәғәтһеҙлек. Турайып тағын өндәште: -Һәм ялған ант итеү" Был һүҙҙәрҙе ҡабатлауын дауам итте, хатта беҙ өндәшеп ҡуйҙыҡ "Ҡасан туҡрай инде", тип." (Сахих Бухари 2654, Сахих Муслим 87).

Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың КәнзүлАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Әл-Бәшҡурди. #балаларға https://t.me/kanzulatfalbashkortsa