Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тыуған төйәгенең аҫыл ҡыҙы

Архангел районының Тәүәкәс мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарған Гөлфиә Аҫылбаева — тыуған төйәген өҙөлөп яратҡан, йәш яҡташтары күңеленә лә иң тәүҙә илһөйәрлек тойғоһо һалырға ынтылған педагог. Ул — ошо райондың Оҙондар ауылынан. Күп балалы ғаиләлә иң бәләкәйе булғас, һөйөүгә сорналып үҫә Гөлфиә. Ижади күңелле, яғымлы, матур тауышлы ҡыҙ шиғыр һөйләүгә айырыуса оҫта була, шуға ла барлыҡ байрамдарҙың, кисәләрҙең уртаһында ҡайнап буй еткерә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен яратҡан уҡыусы киләсәген тап ошо өлкә менән бәйләргә ниәтләй. Ошо маҡсатта, мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер – М. Аҡмулла исемендәге БДПУ) башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инә. Юғары белем алғас, 1998 йылда тыуған районына эшкә ҡайта, шунан алып Архангелдең йәш быуынын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә. Гөлфиә Лөғәмән ҡыҙы – юғары категориялы педагог, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы. Архангел районы кимәлендә үткән “Йыл уҡытыусыһы-2019” конкурсында Гран-при яулаған. Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашып, тыуған төйәге исеменән сығыш яһарға өлгөрә. Мәҫәлән, былтыр “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика конкурсында һынау тотоп, уңышҡа өлгәшкән. Райондағы Ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы ла. Ике ул үҫтерә. Фотолар Г. Аҫылбаеваның шәхси архивынан алынды.