Найти тему
Башҡортостан гәзите

Әсәйгә ниндәй сәскә бүләк итергә, һөйгәнеңә ниндәйен бирергә?

ИРтәнән һуң - яҙҙың тәүге байрамы 8 Март. Күп ир-ат был көндә һөйгәндәренә сәскә гөлләмәләре бүләк итә. Сәскәләр тураһында бер нисә кәңәшкә иғтибар итегеҙ. Сама белеү яҡшы. Ҙур, бай гөлләмә туйға ғына килешә. Бер бөртөк роза, бер нисә ҡәнәфер, ләлә, гладиолус бүләккә һәйбәт. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: күптәр һары сәскә – хыянат кәүҙәләнеше, тип тәрән яңылыша. Киреһенсә, һары төҫ - байлыҡ төҫө һәм күп ҡатын-ҡыҙ тап ошо төҫтәге сәскәләрҙе ярата ла инде. Дауаханала ятҡан яҡынығыҙға сәскә алып барырға булһағыҙ, шуны белегеҙ: үтә еҫлеләрен һайламағыҙ – сирлегә оҡшамаҫ, үтә оҙон һабаҡлы ла булмаһын, аҡ төҫтәге сәскәләр илтмәгеҙ – аҡ стена фонында юғалып ҡалыр. Әсәйҙәрегеҙгә бер нисә алһыу төҫтәге рауза сәскәләре бик тә килешер. Ә яратҡан ҡатын-ҡыҙға үҙе яратҡан сәскәләрҙе бүләк итһәгеҙ, шатланыр. Һуңғы ваҡытта күптәр сәскә бүләк итеүгә ҡарағанда гөлгә өҫтөнлөк бирә. Донъя ҡатын-ҡыҙҙарының 75 – 95 проценты, социологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, үҙҙәренә иң һәйбәт бүләк тип сәскәне иҫәпләй. Фото: tsvetov.com