Март етеү менән ҡояш оҙағыраҡ яҡтырта, тышта ла йылыта башланы кеүек. Кешеләр инде яҙға көйләнеп тә бөттө. Тик ашыҡмағыҙ, тәбиғәттең үҙ ҡанундары. Ҡыш әле һаман хушлашырға уйламай. Алдағы көндәрҙә Башҡортостанға һалҡындар әйләнеп ҡайта. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөндән үк төнөн ҡайһы бер райондарҙы -17 градуслыҡ һалҡындар көтөлә. Иртәгә, 6 мартта, ҡар яуыуы ихтимал. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Көндөҙ -2, -7 градус һалҡын буласаҡ. 7 мартта шулай уҡ урыны менән ҡар яуа. Һауа температураһы төндә -12, -17, аяҙытҡанда -20, -25 градусҡа тиклем һыуыта. Көндөҙ -4, -9 градус. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, синоптиктар фаразы буйынса, март һауа температураһы күрһәткестәре буйынса Башҡортостандағы күп йыллыҡ нормаларға тура килә. Нәсих Хәлисов фотоһы.