5 мартта Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы барышында республика Башлығы Радий Хәбиров Өфө районындағы бер нисә сәнәғәт предприятиеһында булды. Улар иҫәбендә – муниципалитетта 2019 йылдан эшләп килгән “Нижегородский” индустриаль паркы резиденттары. Өфө районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 110 кВт “Осоргин” яңы подстанцияһында сафҡа индереү-көйләү эштәренә старт бирҙе. Уны 2023 йылдың сентябрендә төҙөй башлағандар. Эштәрҙе тиҙләтелгән темпта алып барҙылар, был энергия объектын һалыу ваҡытын ике тапҡырҙан ашыуға ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирҙе. Төҙөлөштөң смета хаҡы – 297 миллион һум. Ярҙамсы станцияны 2024 йылдың тәүге ярты йыллығында файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйҙәр. “Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Гурин подстанцияла ҡеүәте 16 МВА булған трансформатор ҡуйылыуы хаҡында һөйләне. Проект тағы ла бер шундай уҡ трансформатор ҡуйыу мөмкинлеген күҙ уңында тота, ул кәрәк булғанда ярҙамсы станцияның дөйөм билдәләнгән ҡеүәтен 32 МВА-ға еткерергә мөмкинлек бирә. “Осоргин” 110 кВ подстанцияһы электр энергияһына ҡытлыҡ мәсьәләһен хәл итергә, Өфө һәм Шишмә райондары тораҡ пункттарында һәм ошонда урынлашҡан коттедж ҡасабаларында ҡулланыусыларҙы электр менән тәьмин итеүҙең ышаныслылығын арттырырға мөмкинлек бирәсәк. – Яңы ярҙамсы станция тормоштағы мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә. Өфө районының был өлөшө әүҙем үҫешә – ҙур коттедж ҡасабалары төҙөлә, кешеләр йәшәй. Ләкин энергия тәьминәте юғары сиктә ине, – тине Радий Хәбиров. – Был объект бөтә ихтыяждарҙы хәҙер һәм, иң мөһиме, киләсәктә тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Йәғни был биләмәне артабан тыныс ҡына үҫтерергә мөмкин. Республика Башлығы шулай уҡ “Грайн” компанияһының етештереү майҙансыҡтарында булды. Ул 2008 йылдан алып эшләй һәм яҡтылыҡты үткәреүсе конструкциялар – ишек һәм тәҙрә блоктары өсөн ПВХ-профилдәр әҙерләүҙә махсуслаша. 2023 йылда был продукцияны етештереү күләме 4,5 миллиард һумдан ашҡан. Уларҙың географияһы киң: Рәсәйҙең 50-нән ашыу төбәге, шулай уҡ Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан. “Грайн” компанияһы директоры Олег Родионов 2021 йылда республиканың Сәнәғәтте үҫтереү фонды булышлығында предприятиела хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса өс йыллыҡ инвестиция проектын тамамлауҙары хаҡында һөйләне. Уға һалынған аҡсаның дөйөм күләме 230 миллион һум тәшкил иткән. Проект сиктәрендә яңы етештереү цехы төҙөлдө һәм заманса технологик ҡорамалдар менән йыһазландырылды. – Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуҙың маҡсатлы күрһәткесе бер хеҙмәткәргә өҫтәлгән хаҡтың 30 проценты кимәлендә билдәләнде. Ә 2021 йыл йомғаҡтары буйынса ул 90 процентҡа еткән, – тип билдәләне Олег Родионов. – Шул уҡ ваҡытта белгестәр штатын да арттырҙыҡ. Радий Хәбиров продукция әҙерләү технологияһы менән танышты, шулай уҡ “Грайн” компанияһы етәкселеген етештереүҙе артабан үҫтереүгә булышлыҡ итеү сараларын тикшереү өсөн “Инвестиция сәғәте”нә саҡырҙы. – Беҙ “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектының асылын яҡшы аңлайбыҙ һәм унда ҡатнашҡан предприятиеларға рәхмәтлебеҙ. Мәҫәлән, “Грайн” компанияһы биш йылға йылына бер процент ставка менән льготалы заем алды. Был бик яҡшы шарттар. Ошондай ярҙам һөҙөмтәһендә беҙҙең сәнәғәт предприятиелары бөгөн уңышлы үҫешә, – тине Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Нижегородский” индустриаль паркы биләмәһендә урынлашҡан тәүге ике резидентты – “Ювента” һәм “Новил” предприятиелары коллективтарын яңы производстволарҙың асылыуы менән ҡотланы. “Нижегородский” индустриаль паркы 2019 йылда булдырылған. Уның резиденттары иҫәбендә – 21 компания, шуларҙың 19-ы бәләкәй һәм урта бизнестан. Үҙҙәренең производстволарын булдырыуға улар бөтәһе 319,2 миллион һум инвестиция йүнәлткән. Парк биләмәһе 70 процентҡа тулған. Инфраструктура булдырыуға һалынған аҡсаның дөйөм суммаһы – 218,3 миллион һум. “Ювента” компанияһы алюмин һәм ПВХ-профилле ишек конструкциялары өсөн фурнитура етештереүҙә махсуслаша. Предприятие директоры Руслан Ҡалҡаманов билдәләүенсә, сығарылған продукцияның йыллыҡ күләме – яҡынса 500 мең берәмек. Продукция Калининградтан алып Петропавловск-Камчатскийға тиклем һорау менән ҡуллана. “Ювента” үҙенең уйлап табыуҙарына һәм файҙалы моделдәренә ете патент теркәне. Компания шулай уҡ Бөрө эшҡыуары Дмитрий Зыряновтан ике яңы станок һатып алған. Уның предприятиеһы Рәсәйҙә һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәрендә ихтыяж булған һанлы программалы идара итеү системаһы менән үҙенсәлекле фрезер-токарь автоматтары етештерә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2023 йылдың июлендә Башҡортостан Башлығы Бөрө станоктарын етештереү менән танышты. – “Ювента” Бөрөнән миллиметрлыҡ әйберҙәрҙе эшкәрткән станоктар һатып алды. Был мине ҡыуандырҙы. Тағы ике станок алынасаҡ, тинеләр. Был – төбәк кооперацияһының яҡшы өлгөһө, – тине Радий Хәбиров. “Нижегородский” индустриаль паркының тағы бер резиденты – “Новил” компанияһы. Ул сәнәғәт елләтеү системалары, елләтеү һәм климат ҡорамалдары әҙерләй һәм етештерә. Яңы производствоға инвестициялар күләме 73 миллион һум тәшкил итте, тип һөйләне предприятие етәксеһе Илья Глушенков. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй ҡорамалдарының өлөшө 80 процентҡа етә. Компанияның үҙ ҡеүәттәрен артабан киңәйтеү буйынса пландары бар. – Афарин, яҡшы эш хаҡы түләйҙәр. Бындай производство өсөн мега-гиганттар кәрәкмәй. Яҡынса 1-2 мең квадрат метр майҙанда ҙур булмаған предприятие етерлек, - тине Радий Хәбиров. - Иң мөһиме, хәрәкәттең барыуы, һатыу булырға тейеш. Етәксе эшлекле булған ерҙә барыһы ла үҙ урынында тора. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.