Найти тему
Башҡортостан гәзите

Була бит шундай кешеләр!

Яңауыл районының ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтен Илһөйәр Проскурякованан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Был төбәктә уны белмәгән кеше һирәктер, сөнки Илһөйәр Ҡәүи ҡыҙы һәр ваҡыт ваҡиғалар уртаһында ҡайнап йәшәй, һәр эшкә ҙур дәрт, ихлас теләк менән тотона һәм башлағанын мотлаҡ аҙағына еткереп ҡуя торған заттан. Илһөйәр Проскурякова бөтә аңлы ғүмерен Яңауыл районының китапханалар селтәрен үҫтереүгә арнаған. Ошо өлкәлә 40 йылдан ашыу эшләп, шуның 32 йылында район китапхана системаһының директоры була ул. Уның башланғысы менән Яңауылда иркен, уңайлы, заманса китапхана бинаһы төҙөлә, ә ул етәкләгән тармаҡ республикала иң яҡшыларҙың береһе булып таныла. – 2015 йылда хаҡлы ялға сыҡтым. Әммә миңә, бар булмышым менән әүҙем кеше булараҡ, кешеләр араһында булыу мотлаҡ! Үҙемдең барлыҡ көсөмдө һәм энергиямды район ҡатын-ҡыҙҙар советының эшмәкәрлеген йәнләндереүгә йүнәлттем. Әйткәндәй, был ойошманы 2013 йылдан етәкләйем, - ти Илһөйәр Ҡәүи ҡыҙы. Үҙе етәкләгән совет менән берлектә коммерцияға ҡарамаған ойошма булдырып, төрлө проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашыралар, гранттар яулайҙар. Ошоғаса 10 социаль проектты ғәмәлгә ашырғандар, әле 11-һенә ярашлы ҡыҙыҡлы саралар ойошторалар. Ул булдырған “Әүҙем оҙон ғүмерлелек” клубына райондың оло йәштәге кешеләре ҙур теләк менән йөрөй. Бынан тыш, Илһөйәр ханымдың ойоштороуында төрлө спорт ярыштары, матур йөкмәткеле конкурстар гөрләп үтә. Мәҫәлән, ҡәйнәләр һәм килендәр конкурсы, игеҙәктәр парады, “1000 велосипедсы” велоуҙышы һәм башҡа саралар яңауылдарҙың күңеленә хуш килгән. Илһөйәр Ҡәүи ҡыҙы үҙе лә бала саҡтан спорт менән дуҫ, велосипедта, атта һыбай йөрөргә, йөҙөргә, саңғыла йөрөргә ярата. Һуңғы йылдарҙа тау саңғыһын да үҙләштергән. Илһөйәр Ҡәүи ҡыҙы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Яңауыл районының Почетлы гражданы. Уның фиҙакәрлеге, халыҡ мәнфәғәтенә башҡарған матур эштәре бихисап Маҡтау грамоталары, миҙалдар менән билдәләнгән. Проскуряковтарҙың ғаиләһендә ике ҡыҙ – Светлана һәм Надежда матур тәрбиә алып үҫкән. Бөгөн улар тормошта үҙ урынын табып, матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтерә, һөнәри йәһәтдән дә уңышлылар. Ә Илһөйәр Ҡәүи ҡыҙы менән Николай Леонидович ейән-ейәнсәрҙәр һөйөү бәхетенә өлгәшеп, бәхетле ғүмер кисерә. Әйткәндәй, тормош иптәше – Рәсәйҙең почетлы нефтсеһе. Бала саҡтан етди холоҡло, ныҡышмал, үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан булған Илһөйәр Ҡәүи ҡыҙының күңеле матур, йөрәге изгелеккә, яҡшылыҡҡа һәр саҡ асыҡ. Социаль проекттар эшләгәндә лә ул тәү сиратта мохтаждарға ярҙамлашыуҙы, уларҙың тормошон яҡшыраҡ, яҡтыраҡ итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Проскуряковтар шәхси йорт-ихатаһында ла матурлыҡ тыуҙырып, башҡаларҙы һоҡландырып йәшәй. Йәй етһә, уларҙың ишек алдын Илһөйәр Ҡәүи ҡыҙы үҫтергән сәскәләр йәмләй. Сәскә түтәлдәрен үҙенсәлекле итеп эшләп, төрлө архитектура формалары менән биҙәргә ярата улар. – Мин һәр ваҡыт эҙләнәм, – ти Илһөйәр Ҡәүи ҡыҙы. – “Күңелеңде һалһаң, барыһын да булдыраһың”, тиҙәр бит. Эйе, бихисап матур эштәр башҡарылды, әммә киләсәккә пландар һәм идеялар тағы ла күберәк. Фекерҙәштәрем ярҙамында уларҙы тормошҡа ашыра алырбыҙ, тип ышанам. Фотолар: Илһөйәр Проскурякованың шәхси альбомынан.