Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡарҙы көрәмәһәләр, прокурор яуапҡа тарттырасаҡ

Юлдарҙы, ихаталарҙы һәм йорт баштарын ҡарҙан таҙартмаған йәки насар көрәгән өсөн прокуратура органдары бер нисә коммуналь ойошманы яуаплылыҡҡа тарттырҙы. Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы прокуратураһы, мәҫәлән, автомобиль юлдарын үҙ ваҡытында боҙҙан таҙартмаған өс идарасы компанияны Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 14.1.3 статьяһының 2-се өлөшө буйынса (күп фатирлы йорттар менән идара итеү буйынса эшҡыуарлыҡ барышында лицензия талаптарын боҙоу) административ яуаплылыҡҡа тарттырҙы. Башҡортостан Прокуратураһы хәбәр итеүенсә, Өфөнөң Калинин районы, Баймаҡ районы буйынса ошондай уҡ саралар күрелгән. Тәтешле һәм Өфө райондары прокуратуралары йорт ҡыйыҡтарын ҡарҙан таҙартмаған һәм күп урында ҡарҙы машиналар йөрөгән юлдарға сығарып һалған өсөн дә тейешле ойошмаларға ҡарата административ саралар ҡабул итте. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.