Өфөнөң вуз-ара студенттар кампусында “Киләсәктең моторҙары” алдынғы инженер мәктәбенең яңы халыҡ-ара лаборатория асылды. Бында йәш ғалимдар электромобиль һәм уларға заряд ҡоролмаларына ҡағылышлы перспективалы тикшереүҙәр уҙғарасаҡ. Лабораторияға йәш ғалим Мөхәммәд Нафиз Рахман етәкселек итә. Ул Өфөгә Бангладештан күсеп килгән һәм ошонда йәшәргә, эшләргә ҡалған. 2015 йылда ул Американың электротехника һәм электрон инженерия өлкәһендә халыҡ-ара университетты тамамлаған. Уның эштәрен Австралияла фәнни конференцияларҙа өйрәнәләр, Швеция иһә уға ҡояш энергетикаһын өйрәнеү өсөн стипендия түләй. 2021 йылда уның Өфө фән һәм технологиялар университетының магистратураһына инеү ғаризаһын хуплайҙар, 2022 йылдан алып ул “Киләсәк моторҙары” алдынғы инженер мәктәбендә инженер булып эш башлай. -Өфөгә килгәнгә тиклем Вячеслав Вавилов һәм Флүр Исмәғилевтең эштәре менән таныш инем (улар икеһе лә техник фәндәр докторҙары). Был миндә көслө тәьҫораттар ҡалдырҙы, һәм уларҙың командаһында уҡырға һәм эшл