Бөгөн иртә менән Өфөнөң Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә Цимлянская урамындағы 18-се йорт тирәһендә йылға уртаһында боҙҙа ҡалған ирҙең ярҙам һорауы тураһында хәбәр алына. Ваҡиға урынына шунда уҡ Граждандарҙы яҡлау идараһының эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре һәм "Ашығыс ярҙам" бригадаһы килә. Ысынлап та, ир ярҙан 150 метр самаһы алыҫлыҡта боҙ аҫтына төшөп киткән булған. Ни өсөн унда барып сыҡҡаны әлегә асыҡланмаған. “40-45 йәштәр тирәһендәге ир бик ныҡ өшөгән һәм йылға уртаһында нишләп ҡалыуын аңлата алманы”, - тиҙәр ведомствола. Ҡотҡарыусылар туңмаған һыу ятҡылыҡтарында йөрөмәҫкә саҡыра. Яҙын боҙ бик мәкерле, ул аяҡ аҫтында шығырламаһа ла, кинәт ярыла, һәм боҙҙоң хәүефле еренән боролоп китергә өлгөрмәүең бар. Яҙғы боҙ яҫтыҡ ҡалынлығы булһа ла ышанма, көҙгө боҙ көҙгө ҡалынлығы булһа ла ышан, тип юҡҡа халыҡ белмәй әйтмәгәндер. Һаҡ булығыҙ! Фото: Нәсих Хәлисов фотоһы.