Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Быуындар һыҙлағанда ныҡ килешә

Быуын һыҙлауҙың ни тиклем үҙәккә үткәнен кисергән кеше генә тулыһынса аңлайҙыр. Ҡайһы саҡта ҡиммәтле дарыуҙар һатып алып ҡулланып та, артыҡ ыңғай тәьҫире булмаҫҡа мөмкин. Гел дарыу ашап, кеше ялҡып та китә. Шундай саҡта ябай ғына халыҡ медицинаһы алымдарын ҡулланып ҡарау һис тә артыҡ түгел. Халыҡ белмәй файҙаланмаған бит инде. Бына быуындар һыҙлауына ҡаршы бер сара. 2 аш ҡалағы нашатыр спирты (5 процентлы), 2 аш ҡалағы скипидар (ГОСТ тип яҙылғаны булһын), 2 сей йомортҡа алабыҙ. Ошоларҙы яҡшылап болғатып, төнгөлөккә ауыртҡан быуындарға һөртәбеҙ. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ. ИҒТИБАР! Был мәғлүмәт таныштырыу маҡсатында ғына бирелә. Медицина күрһәтмәләре бар. Шулай уҡ составындағы ҡатнашмаларҙың берәйенә аллергия булған осраҡта ярамай. Дауалаусы табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ. Фото: автор коллажы.