Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡатын-ҡыҙ ул йәмле яҙ кеүек

Шағир һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел: ”Яҙ менән ҡатын-ҡыҙ - бер туған”. Икеһе лә тәбиғәтте йәмләүсе, ергә шатлыҡ, ырыҫ килтереүсе, биҙәк өҫтәүсе. Шундай һылыу, итәғәтле һәм эшлекле аҫыл заттарҙың береһе, беҙҙең коллегабыҙ Үрге Тәтешле ауылында йәшәй. Гөлзада Салауат ҡыҙы Харисова - райондың мәҙәни, иҡтисади, социаль тормошонда ҡайнап, яҡташтары менән тығыҙ аралашып, уларҙың ихтыяжын аңлап йәшәгән иң әүҙем, уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Өфөләге музыка колледжын тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетына уҡырға инә. Тыуған төйәген ихлас яратҡан ҡыҙ Тәтешлелә бәхетен табып, ошонда татыу тормош ҡора. Әле ул район хакимиәтендә иң тынғыһыҙ бүлектәрҙең береһе – мәғлүмәт-аналитика бүлеген етәкләй. Район ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте, йәштәр ойошмаһы эшмәкәрлеген ошо ҡыйыу, егәрле, һылыу башҡорт ҡыҙынан башҡа күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Ҡайҙа ниндәй йөкмәткеле сара, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар ярҙам ойошторола, район, республика, ил к

Шағир һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел: ”Яҙ менән ҡатын-ҡыҙ - бер туған”. Икеһе лә тәбиғәтте йәмләүсе, ергә шатлыҡ, ырыҫ килтереүсе, биҙәк өҫтәүсе. Шундай һылыу, итәғәтле һәм эшлекле аҫыл заттарҙың береһе, беҙҙең коллегабыҙ Үрге Тәтешле ауылында йәшәй. Гөлзада Салауат ҡыҙы Харисова - райондың мәҙәни, иҡтисади, социаль тормошонда ҡайнап, яҡташтары менән тығыҙ аралашып, уларҙың ихтыяжын аңлап йәшәгән иң әүҙем, уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Өфөләге музыка колледжын тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетына уҡырға инә. Тыуған төйәген ихлас яратҡан ҡыҙ Тәтешлелә бәхетен табып, ошонда татыу тормош ҡора. Әле ул район хакимиәтендә иң тынғыһыҙ бүлектәрҙең береһе – мәғлүмәт-аналитика бүлеген етәкләй. Район ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте, йәштәр ойошмаһы эшмәкәрлеген ошо ҡыйыу, егәрле, һылыу башҡорт ҡыҙынан башҡа күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Ҡайҙа ниндәй йөкмәткеле сара, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар ярҙам ойошторола, район, республика, ил киңлегендә ниндәй яңылыҡ бар, Гөлзада шул тынғыһыҙ эштәр уртаһында. Журналист һөнәре вузда белем алып ҡына уға эйә булыуҙы аңлатмай, уға ғүмер буйы өйрәнәһең, үҙ өҫтөңдә даими эшләйһең. Оперативлыҡ, халыҡты яратыу, аралашыу оҫталығы, грамоталылыҡ – мәғлүмәт өлкәһенә үҙен арнаған кешеләр өсөн мөһим сифаттар. Гөлзада Салауат ҡыҙына уларҙың барыһы ла хас. Мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы ярҙамында Башҡортостан телевидениеһы һәм матбуғат баҫмалары Тәтешле районының алдынғы хеҙмәт кешеләре, ҡаҙаныштары менән яҡындан таныша, мәҡәлә геройҙарын эҙләп таба, эш сәфәрендә үҙен яҡшы экскурсовод, төбәген ихлас яратҡан илһөйәр итеп танытҡан белгескә һоҡланмау мөмкин түгел. Биш бала тәрбиәләнгән ғаиләлә үҫкән ҡыҙҙың тырышлығы, маҡсатҡа ынтылышлығы ғәҙәти кеүек, әммә шуның менән бергә хеҙмәтеңдән ләззәт, ҡәнәғәтлек тойоп, илһамланып эшләү һәр кемгә лә бирелмәй. Гөлзаданың хыялдар менән янып йәшәр сағы ғына әле, йәш ғаиләгә бөтмәҫ көс-дәрт, именлек, аяҙ көндәр теләйбеҙ. Фото: шәхси архивтан. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.