"Башҡортостан" гәзитенең социаль төркөмдә "Иң яҡшы ойоштороусы ҡатын-ҡыҙ" конкурсында Бөрйән районының Исламбай ауылынан китапханасы Флүзә Батыр ҡыҙы Әхмәтйәнова ҡатнаша. Ул - ауыл старостаһы, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы. Район кимәлендә уҙғарылған сараларҙа әүҙем ҡатнаша, конкурстарҙа призлы урындар яулай. Дүрт бала әсәһе. Һәр ауылды уңған, тырыш кешеләре биҙәй. Йыраҡ ерҙән бәхет эҙләмәйсә тыуған ауылында донья көтөүсе, дүрт балаға ғүмер биреп, бөгөнгө көндә ауыл йәшәһен өсөн бар тырышлығын һалып эшләп, йәшәп ятыусы Флүзә Әхмәтйәнова нәҡ шундайҙарҙан. Тормош иптәше Таһир Әхмәтйәнов менән 35 йыл татыу донъя көтәләр, кәртә тулы мал-тыуар аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр. Өс улға һәм бер ҡыҙға ғүмер биреп, һәр береһенә белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарғандар. Әлеге көндә ейән-ейәнсәрҙәренә ҡыуанып, бер-береһенә терәк булып, матур итеп йәшәп яталар. Флүзә Батыр ҡыҙы Исламбай ауылында тыуып үҫкән. Ул һәр яҡтан да килгән өлгөр, егәрле, көслө рухлы, сабыр холоҡло, ярҙамсыл, изгелекле,