Форсаттан файҙаланып, республикалағы шәп ғаиләләрҙең береһе менән таныштырмаҡсыбыҙ. Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, Һөләймән ауылында йәшәүсе Мөршиҙә һәм Мазһар Шакировтар ошо көндәрҙә 70 йыл бергә татыу ғүмер кисергән бәрәкәт туйҙарын билдәләгән. «Әсәйем Аҡҡын ауылында (хәҙер ул ауыл юҡ инде) бик уҫал, ғәҙел кеше тигән дан алған Ғариф ҡарт ғаиләһендә тыуған. Атаһы ике һуғышта – 1918-1923 йылдарҙа Беренсе Ватан, 1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашып, тыуған яғына иҫән ҡайтҡан. Уңған, аҡыллы өс ҡыҙ үҫтергән. Атайым 1931 йылда Һөләймән ауылында тыуған. Үгәй әсә ҡулында үҫеп, бала сағы ауыр йылдарға тура килеүенә ҡарамаҫтан, бирешмәгән. 1954 йылда яҡындарыбыҙ ғаилә ҡороп, ун балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Тиҫтә йылдан ашыу ҡайны менән ҡәйнәһенә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, тәрбиәләгәндәр, ә инде атайымдың һеңлеһе вафат булғас, уларҙың балаларын да ҡарап үҫтергәндәр. Икеһе лә эшкә шәп, уңған булды. Элек колхоз гөрләп торғанда, ҡайҙа ҡушһалар шун