Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ирекмән-ҡотҡарыусы ҡыҙыҡлы лекция уҡыны

"Сириус" федераль биләмәһендә Бөтә донъя йәштәр фестивале үтә. Ошо ваҡыт эсендә Сергей Шерстобитов Башҡортостан Республикаһы ирекмәндәре рәтендә бик күп ҡыҙыҡлы, танып белеү һәм мауыҡтырғыс майҙансыҡтарҙа була алды. Танышығыҙ: Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының "Һаулыҡты һаҡлау һәм йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге" кафедраһы уҡытыусыһы, Бөтә Рәсәй студенттар ҡотҡарыусылар корпусы ирекмәне Сергей Шерстобитов. Бөтә донъя йәштәр фестивалендә ул ҡатнашыусылар алдында тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса оҫталыҡ дәресе менән сығыш яһаны. Йәш кешенең фестивалдә Башҡортостандан төп именлек ирекмәне булараҡ сығыш яһауы мөһим. Дүрт көн эсендә ул ҡатнашыусыларға бер нисә тапҡыр ярҙам итә һәм тәүге медицина ярҙамы күрһәтә. - Фестиваль шәп! - Сергей Шерстобитов, хистәрен йәшермәйенсә, шулай ти. - Минең бындай ҙур сарала тәүгә ҡатнашыуым. Фестивалгә барырымды һәм тәүге ярҙам буйынса оҫталыҡ дәресе үткәреремде ишеткәс, йөрәгем "жыу" итте. Сара, ысынлап та, бик шәп. Азербайжан, Үзбәкстан, Һиндостан, Америка делегациялары менән таныштым. Бында атмосфера шәп! Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23212/