“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһында яңы рентген аппаратында алты меңдән ашыу тикшереү үткәрелгән дә инде. Программаның маҡсаты билдәле – ауыл халҡына йәшәү урынына яҡын урында сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү. Рентген ысулдары – рентген нуры ярҙамында төрлө ағзалар һәм системалар торошон диагностикалау. Яңы ҡорамал рентгенографик тикшереүҙәрҙе төрлө хәлдә – ултырған, ятҡан, баҫҡан көйө үткәрергә мөмкинлек бирә. Махсус конструкцияһы аҙ хәрәкәтләнеүсән кешеләргә лә тикшереү үтергә ярҙам итә. –Заманса техника тикшереү тамамланғандан һуң уҡ әҙер һүрәтте бирә. Был табиптар өсөн дә, пациенттар өсөн уңайлы, – ти Иҫәнғол дауаханаһының баш табибы Владислав Ваһапов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.