Өфөләге сауҙа үҙәктәренең береһендә сүп һауыттарынан стакандар алып, уларҙы икенсе тапҡырға ҡулланған үҫмерҙәргә өлкәндәр иғтибар иткән. UfaciryNews.ru хәбәр итеүенсә, балалар урындағы фастфуд менән сауҙа итеү нөктәһендә эсемлекте бушлай эсә, бары стакандар өсөн генә түләргә кәрәк. Күпме теләйһең, тәмле эсемлекте шунса ҡойоп эсергә мөмкин, бөгөн шундай акция бара. Табиптар сит стакандарҙы ҡулланыуҙың ниндәй хәүефле сирҙәргә килтереүе хаҡында һөйләне. Республика тире-венерология диспансерының баш табибы Эдуард Камаловтың әйтеүенсә, тотонолған стакандарҙы ҡулланғанда һеләгәй менән килеп эләккән ябай герпес менән зарарланыу ихтималлығы көслө. Герпес бүлмә температураһында 24 сәғәткә тиклем һаҡлана. Әгәр ауырыу кешенең иренендә йәки ауыҙында һытҡылы шеш булһа, сифилис йоҡтороу ихтималлығы ла бар. Сирҙе ҡуҙғытыусы төҫһөҙ трепонема тышҡы мөхиткә тотороҡло, 12 сәғәткә тиклем йәшәй. “Хламидиоз һәм гонорея йоҡторорға ла мөмкин. Бактерия, стаканға эләгеп, шунда уҡ башҡа организмға күсә. Ауыҙ ҡы