Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һәләк булыусыларҙың икәүһе лә ирҙәр

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында автомобилдәрҙе йыуыу бинаһы янған. Утта бинаның ҡыйығы зыян күргән. Янғынды һүндергәндә 3х4 метр ҙурлығындағы бүлмәлә 1963 йылғы һаҡ хеҙмәткәренең кәүҙәһе табылған. Шула уҡ Бөрө ҡалаһында биш ҡатлы йорттоң өҫкө ҡатында янғын булған – диван янған. Уны һүндергән саҡта ҡотҡарыусылар 1958 йылғы ирҙең кәүҙәһен тапҡан. Яҡынса фараз буйынса, ут тәмәке тартыу һөҙөмтәһендә сыҡҡан. Шулай итеп, аҙна башы ике күңелһеҙ ваҡиғанан башланды. Ошондай аңһыҙ ҡазаға тарымаҫ өсөн өйҙә тәмәке тартмағыҙ, ут менән һаҡ эш итегеҙ, балаларҙы һәм өлкән быуын кешеләрен өйҙә яңғыҙ ҡалдырмағыҙ, боҙоҡ мейестәрҙе һәм электр ҡорамалдарын файҙаланмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, ғүмер бер бирелә! Фото: t.me/mchsrb01