Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Рәдиф Зариповтың күптәнге хыялы тормошҡа ашҡан: ул Ҡазандан фатир һатып алған. Был хаҡта йырсы үҙенең социаль селтәрендә хәбәр итә. "Студент йылдарым да Ҡазанда үтте, бында минең туғандарым һәм ижадташ дуҫтарым бик күп. Ҡазанда эш бар, эшләйбеҙ, банкет-туйҙарҙа сығыш яһайбыҙ. Шуға күрә күптән бер фатир кәрәк ине тип уйлай инем, ниһайәт, "Салауат күпере" тораҡ комплексында ике бүлмәле фатир һатып алдым. Штаб-фатир була инде", -тигән йырсы. Йырсы, ғаиләгеҙ ҙә бергә күсенәме, тигән һорауға: "Был һорауға яуап бирмәһәм, һәйбәтерәк булыр ине", -тип яуап ҡайтарған. Бынан бер аҙ ваҡыт алда Рәдиф Зариповтың ғаиләһен ҡалдырып, яңы кәләш алыуы тураһында имеш-мимеш булғылаған ине. Ай-һай, был һүҙ дөрөҫкә сығып ҡуймаһын... Шулай ҙа Башҡортостанда тыуып-үҫкән артистарҙың күбеһе "күрше"ләргә күсеүҙәренә ниндәйҙер сәбәптәр барҙыр? Был хаҡта мәҙәниәт өлкәһе белгестәре лә уйланһа ине... Аҙаҡ башҡорт йырын татарса, татар йыры тип тыңлап ултырырға тура килмәһен тием дә... Фото: Рәдиф Зариповтың социаль селтәренән.