Урамда ҡар һәм һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, Хәйбулла уңғаны Дилбәр Рәхмәтованың “Тюльпан йорто”нда күҙҙең яуын алырлыҡ ләләләр сәскәгә бөрөләнгән. Районда иң тәүгеләрҙән булып ләлә сәскәләре үҫтереүгә тотонған ҡатындың әле иң мәшәҡәтле һәм яуаплы осоро: сәскәләрҙе киҫергә, уларҙан матур гөлләмәләр яһап, йәшниктәргә тултырып өлгөрөргә кәрәк, сөнки 8 Март байрамы алдынын яҙҙың тәүге сәскәләренә һорау ҙур. Байрам алдынан күптәр үҙебеҙҙең ерлектә үҫкән ләләләр барлығын да белмәйҙер әле, шуға күрә сәскә һайлағанда уны ҡайҙан килтерелгәненә лә иғтибар итегеҙ. Баҡтиһәң, үҙебеҙҙә үҫтерелгәндәре эре сәскәле, йәм-йәшел япраҡлы һәм оҙаҡ һулымай тороуы менән айырыла икән. Дилбәр Рәхмәтова сығышы менән Мәләүез яғынан, Хәйбулла районына килен булып төшкән. Йыр-моңға ғашиҡ ханым тормошҡа ла, йәшәүгә лә бар яҡлап ижади ҡарай. Тормош иптәше Вилдан Рәхмәтов менән Рушан исемле ул үҫтерәләр. Бөгөнгө йәштәрҙең үҙҙәрен төрлө өлкәлә һынап ҡарауҙары һоҡландыра. Яңы йыл алдынан Рәхмәтовтар күмәкләшеп сельдь балығ