Күптәр оҙаҡ ҡына төнгө йоҡоға китә алмай яфалана. Түшәктә бер нисә сәғәт борғоланып ята биргәс, ниһайәт, йоҡлап китә, әммә иртән тороуға бөтөнләй хәле булмай. Йоҡоһоҙлоҡтоң сәбәбе нимәлә? Табип-сомнолог Роман Бузунов фекеренсә, йоҡоноң сифатына йоғонто яһаған төп шарт булып стресс, йәғни эштә, мәктәптә, ғаиләләге проблемалар тора. “Көнө буйы төрлө тәьҫораттар алған кеше өйөнә ҡайтҡас та йоҡларға ята. Был – хата. Әлбиттә, ул оҙаҡ ваҡыт йоҡлап китә алмай, башына “мин хәҙер үк йоҡларға тейешмен” тигән төрлө уйҙар инә башлай. Әгәр стресс оҙаҡҡа һуҙылһа, 15, 20 йәки 30 тапҡыр үҙеңде көсләп йоҡларға тырышыу етә, һәм кешелә йоҡларға ҡурҡыуҙың тотороҡло шартлы рефлексы барлыҡҡа килә”, – тип аңлата Роман Бузунов. Сомнолог фекеренсә, стресс ниндәйҙер этапта йоҡоһоҙлоҡҡа килтерә, ә һуңынан уны йоҡоға китә алмау тураһында уйҙар икеләтә арттыра, һөҙөмтәлә хроник йоҡоһоҙлоҡ барлыҡҡа килеүе ихтимал. “Минең бер пациентым бар. Ул көн һайын киске сәғәт 7-нән башлап тағы йоҡлай алмаясағы хаҡында уйлай ба