Найти тему
Башҡортостан гәзите

Фестивалдә ҡатнашыусыларға вуз-ара студенттар кампусының мөмкинлектәре тураһында һөйләнеләр

Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусында “Ҡайнау нөктәһе- Өфө”лә Сириустағы (Сочи) Бөтә донъя йәштәр фестивале майҙансыҡтарының береһе менән телекүпер ойошторолдо. Унда кампус директоры Сергей Гладких фестивалдә ҡатнашыусыларға кампустың төп йүнәлештәре, архитектураһы һәм үҙенсәлектәре, студенттарҙың технологик эшҡыуарлыҡ мөмкинлектәре тураһында һөйләне, лабораторияларын, фәнни-белем биреү үҙәктәрен күрһәтте. Йәштәр үҙ сиратында йәштәр проекттарына ярҙамға, бергәләп саралар үткәреүгә, технологик эшҡыуарлыҡ өлкәһендә үҫешеүгә ҡағылышлы һорауҙарын бирҙе. Осрашыу аҙағында Сергей Гладких фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостанға Вуз-ара кампусҡа уҡырға, эшләргә, хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы. Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Чернышенко, Башҡортостан - йәштәр өсөн ҙур мөмкинлектәр төбәге, тип билдәләне. Белешмә: кампус проекты – ул 4 мең кешегә йәшәү урыны, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эш зоналары, магазиндары, скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған 146 000 кв.метрлыҡ студенттар киңлеге. Вуз-ара студенттар кампусы РФ Президенты Владимир Путин күрһәтмәһе менән Рәсәй Мәғариф министрлығының “Фән һәм университеттар” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Мәғлүмәт һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/news/23201/