Әммә был эш һөҙөмтәһендә республикала бөтөнләй алтын сығарыусылар һәм башҡа ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар ҡалмаясаҡ тигән иллюзиялар тыуҙырырға ярамай. Уларҙың бурысы – федераль һәм урындағы закондарҙа күптән инде яҙылған талаптарға ярашлы цивилизациялы эшләргә мәжбүр итеү. Хәҙер ведомство-ара комиссия үҙенең эшмәкәрлегенең икенсе этабына күсә. Беренсеһендә закон боҙоусыларҙан ҡотолоу һәм улар килтергән зыянды ниндәйҙер кимәлдә ҡаплау бурысы тора ине. Һөҙөмтәлә – 13 ғәмәлдән сығарылған лицензия һәм күп миллионлы дәғүәләр. 1 мартта Учалыла Азамат Абдрахманов үткәргән сираттағы ултырышта ведомство-ара комиссияның үҙ хаталарын ишетергә һәм төҙәтергә әҙер булған кешеләр менән генә эш итергә күсәсәге билдәле булды. Асыҡланыуынса, килгән компанияларҙың береһе лә талаптарҙы тулыһынса үтәмәгән, тик шулай ҙа “Гдк Алтын Яр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте кеүек бик ыңғай миҫалдар ҙа бар. Башҡортостанда теркәлгән ойошма үҙенең “эшләнмәләренең” бер өлөшөн рекультивациялаған да инде. “Гдк Алты