Шуларҙың береһе 14 мартта 15:00-18:00 сәғәттәрҙә була. Был көндө йүнселдәргә Башҡортостандың төҙөлөш һәм торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре онлайн рәүештә консультациялар үткәрә. Эскперттар эшҡыуарҙарға торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе өлкәһендәге 2024 йылдың 1 сентябренән үҙ көсөнә инәсәк закон талаптары, лицензиялар биреү хаҡында һөйләйәсәк. – Консультациялар бушлай һәм республиканың һәр эшҡыуары ҡарай ала, – тип белдерҙе Башҡортостандың төп дәүләт торлаҡ инспекторы Артур Дәүләтшин. Әйткәндәй, был башланғысты ил Президенты Владимир Путин үҙе шәхсән булдырғайны. Ул эшҡыуарҙарға яза бирер (штраф һалыр) урынға аңлатыу эштәрен алып барырға ҡушты. Башҡортостандың төҙөлөш һәм торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты консультацияларына яҙылыр өсөн 8-347-280-89-28 телефонына йәки gkzsn@bashkortostan.ru электрон почтаһына Руслан Илгиз улы Кәбировҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.