Улдарын яуҙан көтөүсе әсәйҙәр сабырлыҡ, түҙемлек өлгөһө. Стәрлетамаҡ районында ошондай оло йөрәкле, көслө ихтыярлы ҡатындарҙың береһе Вәсилә Биккинина менән күрештек. Әлеге көндә уның “Самурай” позывнойлы улы махсус хәрби операцияла. – Улым бала саҡтан тәртипле, ярҙамсыл булды. Өс баламдың, иң кесеһе ул. Ете йәшендә атаһы үлеп ҡалғас, иртә үҙаллылыҡҡа өйрәнде. Нимәгә тотонһа, ҡулы эш белә. Армияға киткәнсе үк гараж һалып ҡуйҙы. Улым менән ғорурланам, – тип ғәзизе тураһында һөйләгәндә йөҙө нурланып китте әсәнең. “Самурай” мәктәптән һуң ауыл хужалығы техникумында һөнәр ала. Бер аҙ водитель булып эшлгәндән һуң армияға китә. Һәр егет үтергә тейеш бурысты ул яуаплы башҡара. Улының матур хеҙмәте өсөн Вәсилә Фәрит ҡыҙы Рәхмәт хаты менән дә бүләкләнгән. “Ҡайғырма, әсәй, бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ” тип юллана ул махсус хәрби операцияға. Көн һайын тиерлек һөйләшеп торһалар ҙа, әсә йөрәге тыныс түгел. – Иҫән-имен йөрөп ҡайтһын тип доғалар уҡыйым. Әсәйҙәрҙең доғаһы һаҡлап йөрөтөрөнә ышанам, –