Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Конкурсыбыҙҙа Бүздәк районының данын Мәхмүзә Шәғәлиева яҡлай

Гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан шәп конкурс иғлан ителде. Унда Республикабыҙҙың район-ҡалаларында йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен һаҡлауға тос өлөш индергән ҡатын-ҡыҙҙар “ИҢ ЯҠШЫ ОЙОШТОРОУСЫ ҠАТЫН-ҠЫҘ” исеме өсөн көрәшә. Бәйгеселәребеҙ менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Бүздәк районының данын Мәхмүзә Шәғәлиева яҡлай. Мәхмүзә Хәннән ҡыҙы Шәғәлиева– Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылында йәшәй. Утыҙ алты йыл ғүмерен мәктәптә балалар тәрбиәләүгә бағышлаған Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, ҡул ҡаушырып ултырмай “Заһиҙә” халыҡ фольклор ансамбленә йөрөй, ауылдың “Ағинәйҙәр” ҡоро етәксеһе, шиғырҙар яҙа, ҡул эштәре менән шөғөлләнә, баҡса үҫтерә, ейән-ейәнсәрҙәр ҡараша. Уңған, тырыш ауылдаштары тураһында район гәзитенә мәҡәләләр яҙа. Шул мәҡәләләрен, шиғырҙарын, үҙе тураһында донъя күргән яҙмаларҙы бергә туплап, “Тыуған ерҙән – төшкән ер...” тигән китабын ба

Гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан шәп конкурс иғлан ителде. Унда Республикабыҙҙың район-ҡалаларында йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен һаҡлауға тос өлөш индергән ҡатын-ҡыҙҙар “ИҢ ЯҠШЫ ОЙОШТОРОУСЫ ҠАТЫН-ҠЫҘ” исеме өсөн көрәшә. Бәйгеселәребеҙ менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Бүздәк районының данын Мәхмүзә Шәғәлиева яҡлай. Мәхмүзә Хәннән ҡыҙы Шәғәлиева– Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылында йәшәй. Утыҙ алты йыл ғүмерен мәктәптә балалар тәрбиәләүгә бағышлаған Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, ҡул ҡаушырып ултырмай “Заһиҙә” халыҡ фольклор ансамбленә йөрөй, ауылдың “Ағинәйҙәр” ҡоро етәксеһе, шиғырҙар яҙа, ҡул эштәре менән шөғөлләнә, баҡса үҫтерә, ейән-ейәнсәрҙәр ҡараша. Уңған, тырыш ауылдаштары тураһында район гәзитенә мәҡәләләр яҙа. Шул мәҡәләләрен, шиғырҙарын, үҙе тураһында донъя күргән яҙмаларҙы бергә туплап, “Тыуған ерҙән – төшкән ер...” тигән китабын баҫтырып сығарған. Өс – ҡыҙы һәм кейәүҙәре, ете ейән-ейәнсәре бар. Конкурсантыбыҙға тауыш биреү өсөн https://vk.com/app7198399_-104965500#poll65ddd628bbf4e96f1a77459f һылтанмаһы аша үтергә. Фотолар Мәхмүзә Шәғәлиева шәхси архивынан.