Найти в Дзене

Әсә лә, сабый ҙа һау булһын!

Республикала әсә һәм сабый һаулығы аҙналығы башланды. Һаулыҡ – кеше бәхетенең һәм ғаилә именлегенең төп шарттарынын береһе. Яҡшы тормош та,сәләмәт бала ла, ҡатын-ҡыҙ бәхете лә булыуы мөмкин түгел, әгәр сәләмәтлек юҡ икән... Йөклөлөк - ҡатын-ҡыҙ организмының тәбиғи торошо. Был ваҡытта күп ағзаларҙың төҙөлөшөндә һәм эшмәкәрлегендә үҙгәрештәр барлыҡҡа килә. Улар сабыйҙың үҫеше, бала табыу процесын тәьмин итеү, күкрәк һөтө менән имеҙеү, әсә организмының тиҙерәк тергеҙелеүе өсөн кәрәк. Әсә булырға йыйынған ҡатын үҙенең сәләмәтлеге хаҡында ғына түгел, тыуасаҡ сабыйының һаулығын да хәстәрләргә тейеш. Ауыр нәҫел һәм тыумыштан килгән сирҙәрҙе иртә асыҡлау өсөн пренаталь һәм неонаталь скринингтар үткәрелә, һөҙөмтәлә улар сабыйҙың тәүге көндәренән сирҙе диагностикаларға һәм иртә дауалай башларға ярҙам итә. Милләттең сәләмәтлеген билдәләүсе фактор – әсәнең репродуктив сәләмәтлеге һәм сәләмәт йөклөлөк, әсә һәм баланың һаулығы. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.