Февралдең һуңғы көндәрендә Йылайыр районында “Магнитогорск – Ира” юлында ҡурҡыныс авария теркәлде. Бында киске ундар тирәһендә Lada Largus менән “КамАЗ” машиналары бәрелеште. Еңел машинаның эсе тулы кеше булһа, ҙур машинаға тултырып ауыр йөк тейәлгән була. ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, еңел автомобиль йөк машинаһына килеп төкөлә. “КамАЗ”дың 64 йәшлек водителе әйтеүенсә, ул боҙлауыҡ арҡаһында тауға менә алмай һәм ҡаршы һыҙатҡа килеп сыҡҡан була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәрелеш бик көслө була, машинаның алғы яғы тулаһынса тиерлек иҙелә. Машинала ултырған биш кешенең бөтәһе лә ауыр йәрәхәттәр ала. Иң нығы артта уртала ултырған 19 йәшлек ҡыҙға эләгә. Ул табиптар килеп еткәнсе йән бирә. 31 йәшлек водителдең мейеһе йәрәхәтләнә, аяғы һына. 23, 45, 49 йәшлек өс пассажир шулай уҡ ауыр йәрәхәттәр ала һәм дауаханаға оҙатыла. Һуңғараҡ 45 йәшлек пассажир ҡатын реанимацияла йән бирә, уның түше ныҡ йәрәхәтләнә. Әле “КП-Өфө” баҫмаһы был хәлгә бер ни тиклем аныҡлыҡ индергән. Асыҡланыуынса, Lada Largus водител