Башҡортостанда “Минең баҡсам – Башҡортостан” электрон системаһына коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренең дөйөм йыйылыштарын һәм тауыш биреүҙәрен үткәреү өсөн яңы модуль индерелә. Хәҙер коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре ағзалары һәм ер участкалары хужалары баҡса ширҡәттәре проблемаларын дистанцион хәл итеүҙә ҡатнаша аласаҡ. Был “Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. “Минең баҡсам – Башҡортостан” һанлы платформаһының илдә аналогы юҡ. Уның ярҙамында баҡсасыларҙың эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт алырға була ине, ә хәҙер иһә яңыртылған версия ярҙамында онлайн тауыш биреү мөмкинлеге буласаҡ. Был нимәне аңлата? Баҡсасылыҡ ширҡәттәре ағзалары һәм ер участкалары хужалары дистанцион рәүештә урындағы мөлкәтте файҙаланыу һәм ҡуртымға биреү, инфраструктура үҫеше тураһында ҡарарҙар ҡабул итә, сауҙа нөктәләрен асыу өсөн милекселәрҙең ризалығын йыя ала. Март башында Өфөлә “SMART – Баҡсасы” форумында эксперт берләшмәһенә презентациянан һуң , “Минең баҡсам – Башҡортостан” электрон системаһын төбәктең баҡсасылыҡ ширҡәттәренә индерергә ниәтләйҙәр. Билдәле булыуынса, "Һанлы иҡтисад" (национальный проект “Цифровая экономика”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: it.bashkortostan.ru