Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Дүртөйлө ҡыҙҙары тағы ла матурыраҡ буласаҡ

Дүртөйлө районы хакимиәтендә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә даими үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә керпектәрҙе үҫтереү нөктәһен асыу буйынса проект ҡаралды. "Матурлыҡ өлкәһе даими үҫешә һәм ҙур салондарға ла, өйҙә эшләгән шәхси оҫталарға ла тотороҡло килем килтерә. Шуға бәйле, был бизнеста мәшғүлдәр һаны артыуын дауам итә. Яһалма керпек үҫтереүгә бәйле үҙ эшеңде асыу стартта күп аҡса һалыуҙы талап итә. Йыһаздар һәм сифатлы инструменттар һатып алырға кәрәк. Эш тәжрибәм һәм стартап өсөн клиенттарым базаһы бар”, – тип уртаҡлашты проекттың инициаторы. Район хакимиәте башлығы Риф Йосопов осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың мөрәжәғәтен хупланы. Структура бүлексәләре вәкилдәре уға дәүләт күрһәткән финанс ярҙамы төрҙәре буйынса консультация бирҙе. Үҙ бизнесығыҙҙы асырға уйлайһығыҙмы? Нимәне һайлай алмайһығыҙ: шәхси эшҡыуармы, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтме әллә үҙмәшғүллекме? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Дүртөйлө районы хакимиәтендә барғ

Дүртөйлө районы хакимиәтендә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә даими үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә керпектәрҙе үҫтереү нөктәһен асыу буйынса проект ҡаралды. "Матурлыҡ өлкәһе даими үҫешә һәм ҙур салондарға ла, өйҙә эшләгән шәхси оҫталарға ла тотороҡло килем килтерә. Шуға бәйле, был бизнеста мәшғүлдәр һаны артыуын дауам итә. Яһалма керпек үҫтереүгә бәйле үҙ эшеңде асыу стартта күп аҡса һалыуҙы талап итә. Йыһаздар һәм сифатлы инструменттар һатып алырға кәрәк. Эш тәжрибәм һәм стартап өсөн клиенттарым базаһы бар”, – тип уртаҡлашты проекттың инициаторы. Район хакимиәте башлығы Риф Йосопов осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың мөрәжәғәтен хупланы. Структура бүлексәләре вәкилдәре уға дәүләт күрһәткән финанс ярҙамы төрҙәре буйынса консультация бирҙе. Үҙ бизнесығыҙҙы асырға уйлайһығыҙмы? Нимәне һайлай алмайһығыҙ: шәхси эшҡыуармы, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтме әллә үҙмәшғүллекме? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Дүртөйлө районы хакимиәтендә барған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә белгестәр яуап бирәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте 8(34787) 2-26-89, 2-19-48 телефондары буйынса алырға, ә ҡатнашыуға заявкағыҙҙы бында: https://investrb.ru/ru/теркәргә мөмкин. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.