Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡумыҙ уларға бәхет инселәгән

Йәшәйеш – үҙе бер мәл генә. Ана шул алтынға бәрәбәр ваҡытты маҡсатлы, файҙалы, мәртәбәле үткәргәндәр, Тыуған иленә хеҙмәт иткәндәр, бала баҡҡандар, һәр киләһе көнгә яҡшы өмөт бағлағандар бары хөрмәткә лайыҡ. Өҫтәүенә, арабыҙҙа маҡсатлы, уңған, балаларын һәр йәһәттән үҫешкән шәхестәр итеп тәрбиәләргә ынтылған, бының өсөн барлыҡ көсөн һалған, мәҙәниәтле, рухлы, милләтебеҙ йөҙөн билдәләрлек ғаиләләр бар. Уларҙың нәҫел-нәсәбен белеүе, хөрмәт итеүе генә түгел, быуын сылбырҙарын өҙмәй тапшырырға ынтылыуы ҡыуандыра. Башҡортостаныбыҙҙағы бына ошондай матур ғаиләрҙең береһе менән Мәсетле районына эш сәфәрендә таныштыҡ. Әлфинә менән Рәфил Зәйнетдиновтар биш бала тәрбиәләй. Элек-электән халҡыбыҙ ғаилә йәнле, бала һөйәр, туған хисле, зат ҡәҙерен белгән ҡәүем булған. Әле лә шулайбыҙ. Ғөмүмән, һәр заманда ла матур ғаилә ил күрке һаналған. Ә уның бөтөнлөгө ҡатындың да, ирҙең дә булмышына, яҡшы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлай белеүенә, уңғанлығына, тырышлығына, бөтмөрлөгөнә, ғаилә карабын сайҡалтмай, алға барыу оҫталығына һәм башҡа ғәмәлдәргә бәйле. – Ғаилә ул изгелек, мәрхәмәтлелек, бер-береңде аңлау, берҙәмлек һәм һәммәһен дә бергә туплаусы көс икәнлеген әсәйебеҙ һәм атайыбыҙ өлгөһөндә күреп үҫтек. Уларҙың кәңәштәрен, изге теләктәрен онотмайбыҙ, – ти Әлфинә менән Рәфил Зәйнетдиновтар. Бына ошо матур сифаттарҙы улар ғәзиз балаларында ла тәрбиәләргә ынтыла. Ә уңған хужабикә менән егәрле ғаилә башлығы ҡасандыр Һөләймән урта мәктәбендә бер класта белем алған, бергәләп концерттарға, төрлө мәҙәни сараларға йөрөгән. – Беҙҙе милли уйын ҡоралыбыҙ ҡумыҙ таныштырҙы, тиһәк, һис хата булмаҫ, моғайын. Икебеҙ ҙә бәләкәйҙән ошо милли музыка ҡоралында уйнарға өйрәндек, һөҙөмтәлә концерттарҙа ла ҡатнаша инек. Хәҙер ҡыҙҙарыбыҙ менән улдарыбыҙ ҙа ҡумыҙҙа бик матур уйнай, йырлай, бейей, – ти Зәйнетдиновтар. Ғаилә башлығы уй-ниәтен бойомға ашырырға күнеккән. Тап шуға ла ул ваҡытты бик оҙаҡҡа һуҙмай, мәктәпте тамамлағас та ошо уҡ ауылдан һөйгән Әлфинәһенә тәҡдим яһаған. Әле Рәфил Ғәлиулла улы автосервис тота, иретеп йәбештереү менән шөғөлләнә. Төрлө һауыт-һаба, башҡа әйберҙәр эшләй. Былтыр район конкурсында ҡатнашып, вертолет, самолет, танк эшләп, үҙ оҫталығын күрһәтеп, беренсе урын алыуға өлгәшкән. – Хәҙер ғаилә ҡороуыбыҙға егерме йылдан ашыу ваҡыт уҙҙы. Тыуған еребеҙгә тоғролоҡ һаҡлап, ошонда йәшәйбеҙ, балалар үҫтерәбеҙ, – ти Зәйнетдиновтар. Былтыр биш бала тәрбиәләгән Әлфинә Әлтәф ҡыҙына “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылған. Зәйнетдиновтарҙың беренсе мөхәббәт ҡошсоҡтары Таңһылыуға әле – 21 йәш. Хәҙер ул үҙе әсәй инде. Ире Илсур менән өс йәшлек Кәримде тәрбиәләйҙәр. Улар ҙа тыуған еренән йыраҡ китмәй йәшәүҙе, эшләүҙе хуп күргән. Күрше Ләмәҙтамаҡ ауылында төпләнгәндәр. Әлфинә менән Рәфил Зәйнетдиновтарҙың икенсе балаһы – улдары Ридан – Дыуан күп профилле колледжында белем ала. Ул да тыуған районында ҡалырға уйлай. Унан кесерәк Әлфирә Мәсетле районы үҙәге Оло Ыҡтамаҡтағы гимназия-интернаттың VIII класында уҡый. Нәдир иһә Һөләймәндәге мәктәптә III класс уҡыусыһы. Нәркәскә дүрт кенә йәш әле. Ул әлегә тыуған ауылындағы балалар баҡсаһына йөрөй һәм ағай-апайҙарының өйҙәренә ҡайтыуын, бергәләп йыйылыуын көтөп ала. Башҡортостаныбыҙҙағы һәр ғаилә шулай үҙенсә бәхетле, уларҙың һәммәһенең дә үҙҙәренә генә хас шатлыҡ-ҡыуаныстары бар, бәхет серҙәре лә үҙенсәлекле. Ә бына Мәсетле районының Һөләймән ауылында йәшәгән Әлфинә менән Рәфил Зәйнетдиновтарҙың бәхет серҙәренең береһе – уларҙың барыһының да халҡыбыҙ йолаларына тоғролоҡ һаҡлауында, мәҙәниәтебеҙгә ғашиҡ булыуында. Йәнә улар, ғөмүмән, мәсетлеләргә хас булғанса ҡумыҙға тоғролоҡ һаҡлай. Тиккә генә бында Роберт Заһретдинов исемендәге ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр бәйгеһе даими үткәрелмәй. Арҙаҡлы шәхесебеҙ үҙе лә юҡҡа ғына: “Ҡумыҙ тормошомдағы – иң мөһим инструменттарҙың береһе. Ул миңә сәләмәтлек, бәхет, оҙон ғүмер һәм тотош донъя кимәлендә дан килтерҙе”, – тип әйтмәгән. “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһендә ҡатнашҡан Һөләймән ауылында йәшәгән Зәйнетдиновтар ҙа ошо һүҙҙәрҙең дөрөҫ икәнлеген үҙ булмышында раҫлай. Беҙ иһә уларҙың йөҙөнән бәхет нурҙарының китмәүен, балаларҙың шатлығына төрөнөп, тыуған төйәктәренә тоғролоҡ һаҡлап оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ. Айһылыу НИЗАМОВА. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.