Найти тему
Башҡортостан гәзите

Афарин, Данил!

Әбйәлил районында Рәсәй Федерацияһында иң күмәк кеше ҡатнашҡан интеллектуаль ярыш булып һаналған география фәне буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабына йомғаҡ яһалды. Ул уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен асыҡлау һәм үҫтереү, ғилми белемде пропагандалау, һәләтлеләрҙе дөйөм белем биреү предметтары буйынса халыҡ-ара олимпиадаларҙа ҡатнашыу өсөн Рәсәй йыйылма командалары составына һайлап алыу маҡсатында уҙғарыла. Сара "Мәғариф" милли проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә. Йыл һайын Әбйәлил районынан география буйынса олимпиадала ҡатнашыусылар үҙҙәренең һөҙөмтәләре менән ҡыуандыра. Быйыл Күсем руднигы ауылы мәктәбенең 10 класс уҡыусыһы Данил Замалиев олимпиаданың республика этабында еңеү яуланы. Ул 10-11 класс уҡыусылары араһында иң юғары балл йыйған рейтингта беренсе. "Еңеүсене һәм призерҙарҙы олимпиадала уңышлы сығыш яһауҙары менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ, еңеүгә ынтылышығыҙ, уңышҡа ышанысығыҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Һәр баланың таланты формалашыуына булышлыҡ иткән ата-әсәләрҙе ҡотлайбыҙ. Уҡытыусыларға ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең белемегеҙ, балаларға, үҙ эшегеҙгә ҡарата сабырлығығыҙ һәм һөйөүегеҙ – уҡыусыларҙың һәм мәктәптең уңыш нигеҙе", – тип билдәләне Әбйәлил районы хакимиәте вәкилдәре. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Әбйәлил районы хакимиәте.