Һалдаттарға хат яҙыу акцияһында Бүздәк районының һәр мәктәбе ҡатнаша. Ҡаңны -Төркәй ауылының Хәким Ғиләжев исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары ла яугирҙәргә рухи яҡтан да ныҡлы терәк була белә. Мәктәп директоры Гөлзиә Әҙелгәрәева әйтеүенсә, ялға ҡайтҡан һалдаттар үҙҙәренең кеҫәләрендә Ҡаңны Төркәй уҡыусылары яҙған хаттарҙы йөрөтә. –Махсус хәрби операция башланып, ауылыбыҙҙан тәүге шәхси посылкалар әҙерләгәндә үк мәктәп уҡыусылары хаттар яҙып һалды. Шунан башлап бәйләнеш өҙөлгәне юҡ. Ауылдаш һалдаттарыбыҙ ялға ҡайтһа, мотлаҡ уларҙы мәктәпкә осрашыуҙарға саҡырабыҙ. Шул мәлдә улар балалар яҙған хаттарҙы кеҫәләрендә, талисман һымаҡ йөрәк түрҙәрендә йөрөтөүҙәре тураһында һөйләне. Был, әлбиттә, баланың күңелен үҫтереп ебәрә. Уҡыусыларҙың хаттарын да тыныс ҡына уҡып булмай. “Яҡшы уҡырға тырышам, һеҙҙең кеүек илде һаҡлаусы булырға теләйем” тигән һүҙҙәр уйға һала. Яугирҙәр менән осрашыуҙарҙы уҡыусылар көтөп ала. Шуға һорауҙарҙың да төрлөһөн яуҙыралар, – тип һөйләне мәктәп директоры. Күмәк булғанда тауҙай эштәрҙе лә атҡарырға була. Уҡытыусылар, уҡыусылар, бергәләп күптән түгел 80-ләп окоп шәмдәре лә эшләгән. “Ил төкөрһә – күл була” тигәндәй, бүздәктәр яугирҙәргә ныҡлы тыл була белә. Фото: Мәктәп хакимиәтенән.