Етеп килән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайҙан төркөмөбөҙҙә тағы бер шәп конкурс иғлан ителгәйне. Конкурсанттарыбыҙ араһында Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылында йәшәгән Миңзәлә Миңлеғәле ҡыҙы Мөхәмәтова ла бар. Ғүмер буйы “Һаҡмар” колхозында һауынсы булып эшләгән. Хәмит Рамаҙан улы менән 47 йыл ғүмер итәләр. 5 бала әсәһе, 11 ейән-ейәнсәрҙәре бар. Мөхәмәтовтарҙы ауылдаштары уңған ғаилә булараҡ белә. Биш балаларын да башлы-күҙле итеп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырғандар. Күпләп мал, ҡош-ҡорт тоталар. Тырыш ғаиләнең ихаталарында донъя көтөргә бөтә кәрәк-ярағы бар. Миңзәлә Миңлеғәле ҡыҙы “Йәнтөйәк” фольклор коллективының иң әүҙем ағзаһы. Спорт менән шөғөлләнергә ярата. Ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаһы, йырлай ҙа, бейей ҙә, матур итеп шиғырҙар һөйләй. Ауылдың барлыҡ саралары унһыҙ үтмәй. Ҡул эштәренә оҫта, аш-һыуға маһир. Баҡса тултырып йәшелсә-емеш, ихата тултырып сәскә үҫтерә. Ауылдаштары уға ноҡот һалдырырға ла киләләр икән. Фотолар Миңзәлә Мөхәмәтованың шәхси архивынан.
Сираттағы конкурсантыбыҙ - Хәйбулла районынан Миңзәлә Мөхәмәтова
3 марта 20243 мар 2024
~1 мин