Хәйбулла районының Аҡъяр һыуһаҡлағысында ҡышҡы балыҡ тотоу фестивале бөтә балыҡ тотоу һөйөүселәре өсөн ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс сара булған. Ҡатнашыусылар балыҡ тотоу оҫталығын һынап ҡына ҡалмай, ә саф һауанан ләззәт алды һәм ғаиләһе, дуҫтары менән матур, файҙалы ял иткән. Хәйбуллаларҙан тыш, был юлы Ырымбур өлкәһе, Баймаҡ, Бөрйән һәм Йылайыр райондары балыҡсылары үҙҙәрен һынап ҡарарға ҡарарға килгән. Фестивалдә иң йәш ҡатнашыусы - дүрт йәшлек Надира Торошова булһа, иң олоһо - Владимир Карбанов. Уға 84 йәш. Ике сәғәт дауамында балыҡсылар төрлө категорияларҙа ярышта көс һынашҡан. Иң ҙур балыҡ, иң бәләкәй балыҡ тотоу, шулай уҡ тотолған балыҡ һаны һәм башҡа номинациялар буйынса ярыштар ойошторолған. Һәр ҡатнашыусыға үҙенең оҫталығын күрһәтеү һәм уларҙың ҡайһыһы иң бәхетле балыҡсы икәнен күрһәтеү мөмкинлеге бирелгән. Фестивалде ойоштороусылар шулай уҡ бөтә ҡунаҡтар өсөн күңел асыу программаһы әҙерләгән, «Тиҙ быраулаусы», «Балыҡсының ҡышҡы йүгереүе», «Балыҡ тотоу һәм йырлау» конкурстары үткәрелде, унда һәр кем үҙенең аҡыллылығын, оҫталығын күрһәтә алған. Тиҙлекккә быраулау буйынса конкурста Тимур Абдрахманов 1-се урынды алһа, ә Фуат Сәйетбатталов 57 ҡатнашыусы араһында иң ҙур балыҡ тотҡан. Иң яҡшы балыҡсылар ҡиммәтле бүләктәр һәм грамоталар менән бүләкләнгән. Саранан һәр кем әллә күпме эмоциялар, яҡшы һәм кәйеф һәм иң мөһиме: үҙҙәре тотҡан балыҡтары менән ҡайтҡан. Фото: Сәлимә Байгилдина һәм "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите
Иң бәләкәй балыҡсыға - дүрт йәш, иң олоһона - 84 йәш
1 минута
1 прочтение
3 марта 20243 мар 2024