Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Балыҡ тотам тип... һәләк булған

Ҡот отҡос хәл Нуриман районында теркәлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, Нуриман районында Татарстандан килгән 1985 йылғы ир һыу аҫтында балыҡ тотҡанда һәләк булған. Ҡотҡарыусылар килгәнгә тиклем уның кәүҙәһен башҡа балыҡсылар һыуҙан алып сыҡҡан (ҡулындағы фонарик буйынса эҙләп тапҡандар). Һуңынан табиптар ирҙең үлемен раҫлаған. Ваҡиға урынында фажиғә буйынса тикшереү бара. Йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: балыҡсыларға һәр ерҙә уяу булырға, боҙҙоң ҡалынлығына ышанмай, уны тикшереп ҡарарға, эргә-тирәләге балыҡсыларға һәр саҡ иҡтибарлы булыу талап ителә. Фото: "Башинформ"