Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Урмансылыҡ өлкәһендә белем булһын өсөн

Бөтә Рәсәй “Подрост” үҫмерҙәрҙең урман конкурсының республика этабына йомғаҡ яһалды. Был сара экология белеме сстемаһын үҫтереүгә ярҙам итеүгә маҡсатланған. Был иһә “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология” ) да төп бурысы булып тора, тип хәбәр итә Төбәктең Урман хужалығы министрлығы. Был сара 25 ғинуарҙан 12 февралгә тиклем барҙы. Уның маҡсаты – уҡыусыларҙа экологик грамоталыҡты күтәреү, урман тураһында белемде киңәйтеү буйынса уларҙың башланғыстарына ярҙам итеү. Конкурста республиканың дөйөм белем биреү учреждениеларынан 14-18 йәшлек уҡыусылар, 16-21 йәшлек урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттары студенттары, мәктәп урмансылыҡтары етәселәре – өҫтәмә белем биреү педгогтары, урман хужалығы белгестәре ҡатнашты. Төбәк этабына республиканың 15 муниципаль районынан һәм 2 ҡалаһынан 37 эш тәҡдим ителде. Еңеүселәрҙең проекттары конкурстың федераль этабына ебәрелде. “Подрост” конкурсы мәктәп уҡысыларын проект тикшеренеүенә һәм тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлегенә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. “Экология” милли проекты ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреүҙе, ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһы бысраныуының кимәлен кәметеүҙе , Рәсәйҙең уникаль флораһын, фаунаһын һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Милли проекттар Рәсәй Президенты ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Фото: bash. news сайтынан.