“Үлсәү ҡорамалдары заводы” сауҙа йортонда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (национальный проект “Производительность труда”) ҡатнаша башлағандан алып дозаторҙар етештереү ваҡыты өс тапҡырға тиерлек ҡыҫҡарған, тип хәбәр итә төбәктең Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы. Предприятие сәнәғәт үлсәүҙәрен һәм дозаторҙар етештереү менән шөғөлләнә. Пилот участкаһын оптимәлләштереү төбәктең компетенциялар үҙәге эксперттары ярҙамында башҡарылды. Унда һаҡсыл ҡоралдар индерҙеләр. Матераиал складтарынан алып машинаға әҙер продукцяины тейәүгә тиклем барлыҡ этаптарҙы ла проект үҙ эсенә алды. Эштәр даирәһенә склад, производство цехы, теник контроль һәм һатыу бүлектәре индерелде. Бынан тыш предприятие хеҙмәткәрҙәре уҡыуҙар ҙа үтте. Һаҡсыл етештереү нигеҙҙәре, производство анализы, стандартлаштырылған эш һәм башҡалар буйынса программалар өйрәнелдә. “Процестар фабрикаһы” һәм “Офис процестары фабрикаһы” майҙансыҡтарында улар тренингыларҙа ла ҡатнашты. Проблемалырҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән саралар планы ла әҙерләнә. Был иһә предприятиеға эш һөҙөмтәһен күтәрергә булышлыҡ итә. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең йыллыҡ үҫешен 5 процентҡа күтәреү өсөн шарттар тыуҙырыуға маҡсатланған. Милли проекттар Рәсәй Президенты ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото “Үлсәү ҡорамалдары заводы” сауҙа йорто сайты.