Найти тему
Башҡортостан гәзите

Борай районында предприятие асылды

Борайҙа “Флекс-Ультра” полипропилен шпагаты етештереү буйынса предприятие асылыуы тураһында хәбәр итә район хакимиәте. Был проект Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә күрһәтелде, ул “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство”) сиктәрендә башҡарыла. Был әйберҙәр ҙур ауыл хужалығы етештереүселәре, фермерҙар, баҡсасылар араһында ҙур һорау менән файҙаланыла. Шулай уҡ шпагатты төҙөлөш компаниялары һатып ала, Ҡаҙағстан, Әзербайжан, Әрмәнстанға ла оҙатыла. Улар ныҡлылыҡ менән айырылып тора. Цехтың йыллыҡ етештереүсәнлеге 400 тонна тәшкил итә. Эшҡыуар производствоны киңәйтергә планлаштыра. Бөгөнгө көндә предприятиела ете кеше эшләй, етештерелгән продукция эре маркетплейстарҙа күрһәтелгән. Етештереү киңәйтелгәндән һуң Ҡырғыҙстан һәм Монголия баҙарына сығыу ниәтләнә. “Эшҡыуарлыҡ әүҙем рәүештә үҫешә, тиҙҙән предприятиела эш урындары тағы ла күбәйәсәк. Икенсе линия эшләү менән шпагат етештереү 1 мең тоннанан да артып китәсәк”, - тине район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проектының маҡсаты – бизнесҡа үҫешенең төрлө этаптарында ла ярҙам итеү йәғни башланғандан алып киңәйтелгәнгә һәм экспортҡа сыҡҡанға тиклем. Милли проекттар Рәсәй Президенты ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла. Фото: bash.news