Кисә кис Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы физкультура-һауыҡтырыу комплексында биш йәшлек малай батып үлгән. Ул унда әсәһе һәм өс өлкән туғаны менән килгән булған. Учреждение директоры Таһир Сәйфуллин әйтеүенсә, әсә, ҡотҡарыусыны иҫкәртмәйенсә, душ инергә китә, балалар тәрән булмаған һыуҙа уйнап ҡала, малай йөҙә, сума белгән була. Әммә ни аралалыр һыуға бата. Республиканың Тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Әле хәлде тикшереү бара, экспертиза үткәрелә, баланың үлем сәбәптәре асыҡлана. Әсә кешенең һәм комплекс биләмәһендә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса яуаплы кешеләрҙең эшмәкәрлегенә хоҡуҡи баһа биреләсәк. Урынға район прокуроры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Ишмөхәмәтов барған. Прокуратура хәл-ваҡиғалар ағышын, сәбәптәрен, һауыҡтырыу комплексында бәлиғ булмаған баланың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе тикшерә. Фото: Миҙхәт Хәкимов/Vk.com