Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты быйылғы Рамаҙанда фытыр саҙаҡаһының, фидиәнең, нисәптең күләме тураһында ҡарар ҡабул итте.Рамаҙандың башланыу көнө - 10 март ҡояш байығасУраҙа тотоуҙың тәүге көнө - 11 мартОҙайлығы - 30 көнУраҙаның һуңғы көнө - 9 апрельТәүге тәрәүих 10 мартта йәстү намаҙынан һуң уҡылаЗәҡәт өсөн нисәп – 495 000 һум (алтын хаҡы буйынса)Фытыр саҙаҡаһын түләү өсөн нисәп – 43 000 һум (көмөш хаҡы буйынса)Фытыр саҙаҡаһы күләмен арпа буйынса иҫәпләгәндә – 150 һум, йөҙөм буйынса – 1000 һумФидиә күләме – ураҙаны ҡалдырған һәр көн өсөн 400 һум (һаулыҡ торошо буйынса тота алмағанда йәки икенсе ваҡытҡа күсереү мөмкин булмаһа)Ураҙа байрамы – 10 апрель. Рамаҙанды бергәләп үткәрергә насип итһен, иншаллаһ! Фото: Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты сайты.